ИНТЕРНАТЫМ – ПАР ҠАНАТЫМ Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернаты, ноябрь, 2014 Гәзиттең был һаны махсус рәүештә әсәйҙәргә арнала! Әсәйҙәр көнө менән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Әсәй – донъялағы иң ҡәҙерле, яҡын кеше ул. “Әсәй” тигән һүҙҙе ишетеү...
More
ИНТЕРНАТЫМ – ПАР ҠАНАТЫМ Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернаты, ноябрь, 2014 Гәзиттең был һаны махсус рәүештә әсәйҙәргә арнала! Әсәйҙәр көнө менән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Әсәй – донъялағы иң ҡәҙерле, яҡын кеше ул. “Әсәй” тигән һүҙҙе ишетеү менән, күңелдәр йылынып, нурланып китә, күҙгә йәштәр килә. Бөтә баланың да теле “Әсәй” тигән изге һүҙ менән асыла. Әсәһенең күкрәк һөтөн имеп, уның йөрәк йылыһын, һөйөүен татып үҫкән баланан да бәхетле бала юҡтыр. Әсә кеше төн йоҡоһон йоҡламай, балаларын ҡарай, борсола, уйлана. Алдағы тормошта юғалып ҡалмаһын тип, файҙалы кәңәштәр бирә, йәшәргә өйрәтә. Балаларының башлаған эштәрендә, уҡыуҙарында ярҙам итеп, дәртләндереп ебәрә. Әсәй бешергән аштар телеңде йоторлоҡ була, уның ҡулынан эскән һыу ҙа үҙенсә шифалы. Иң ҡыйын саҡтарҙа беҙ әсәйҙәрҙе иҫкә алабыҙ, уларға ҡайтып йығылабыҙ. Сөнки ерҙәге иң бөйөк кеше – Әсә! Ҡәҙерле уҡыусылар! Әсәләрҙең ҡәҙеренбелегеҙ, бер ваҡытта ла рәнйетмәгеҙ, уға изгелектәр ҡылығыҙ! Вахитова Ф. Ғ., тәрбиәүи эшт
Less