Башҡорттарым,уҡыукәрәк! Ә.Вәлиди исемендәге 2- се Башҡорт гимназия-интернаты гәзите Ноябрь, 2015 29 ноябрь – ӘСӘЛӘР КӨНӨ! Әсәйемә бағышланған шиғыр Йөрәк йылың биреп, кәңәш әйтеп, Үҫтерәһең беҙҙе һин,әсәй. Барлыҡ булған мөхәббәтең менән, Яратаһың беҙҙе һин,...
More
Башҡорттарым,уҡыукәрәк! Ә.Вәлиди исемендәге 2- се Башҡорт гимназия-интернаты гәзите Ноябрь, 2015 29 ноябрь – ӘСӘЛӘР КӨНӨ! Әсәйемә бағышланған шиғыр Йөрәк йылың биреп, кәңәш әйтеп, Үҫтерәһең беҙҙе һин,әсәй. Барлыҡ булған мөхәббәтең менән, Яратаһың беҙҙе һин, әсәй. Ауырлыҡтар тыуһа, юлыбыҙҙа, Әсәкәйем,һиңә барабыҙ. Һинең доғаң һаҡлап йөрөй беҙҙе, Йыраҡ булһа әгәр арабыҙ. Шул доғалар беҙҙе ҡотҡаралар Бәлә-ҡаза, яуыз-ямандан. Тайһам әгәр, барған юлдарымдан, Һин тотаһың, әсәй, ҡулымдан. Зәңгәр күккә ҡарап мин бағамын, Һаулыҡтарың һорап Хоҙайҙан. Рәхмәттәр ал, бар һөйөуең өсөн, Ике бөртөк кенә балаңдан. Дауытова Айһылыу, 11 г класы Ҡәҙерле әсәйҙәр! Һеҙҙе, ер йөҙөндәге иң ҡәҙерле булған кешеләрҙе,матур байрамдарҙың береһеӘсәләр көнө менән ихлас күңелдән тәбрикләйбеҙ һәм ҡайнар йөрәктән сыҡҡан изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Һаулыҡ,шатлыҡ,бәхет,уңыш,ырыҫ-ҡот һеҙҙе бер ҡасан да ташламаһын. Иңебеҙгә ҡанат ҡуйыусы,яҡлаусы,һаҡлаусы кешебеҙ булғас,беҙ үҙебеҙ ҙә ҡанатлы,тимәк,бәхетле. . Байрамдар ҡот
Less